+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
5 Март 2020, 15:01

«Яныбай һабаҡтары»

Быйыл ғинуарҙа күренекле башҡорт яҙыусыһы, күп тарихи романдар авторы Яныбай Хамматовтың тыуыуына 95 йыл тулды. Яңыраҡ Белорет ҡалаһындағы Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһында өсөнсө тапҡыр уҙған «Хамматов һабаҡтары» тигән республика ғилми-ғәмәли конференцияһы ла ошо иҫтәлекле көнгә бағышлап үткәрелгән.

Сараға әҙиптең ҡыҙы Гүзәл Хамматованың да килеүе әҙәбиәт һәм тел һөйөүсе балалар өсөн ҙур ҡыуаныс булғандыр. Яҙыусының ейәнсәре Алһыу олатаһының эш бүлмәһенең макетын эшләгән икән. Гүзәл Яныбай ҡыҙы уны гимназияға бүләк иткән.
Ғилми-ғәмәли конференцияла Белорет, Бөрйән, Учалы, Хәйбулла, Йылайыр, Әлшәй, Бәләбәй, Туймазы, Ҡырмыҫҡалы райондарынан, Өфө, Сибай, Октябрьский ҡалаларынан уҡыусылар ҡатнашҡан, еңеүселәр бүләкләнгән.
Республиканың төрлө төбәктәрендә ошолай яҡташ яҙыусылары исеменә, ижадына бәйле саралар уҙыуы ҡайһылай һәйбәт. Йәш быуын уларҙың тормош юлын төплөрәк өйрәнә, әҫәрҙәре менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына башлай. Уҡыусыларҙы ғилми-эҙләнеү эшенә әйҙәүсе уҡытыусылар ҙа маҡтауға лайыҡ.
Читайте нас: