+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
7 Март 2020, 16:50

"Бирешмә" яңы үрҙәргә дәртләндерә

"Бирешмә" беренсе республика үҫмерҙәр премияһына быйыл Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенең "Ҡыпсаҡ – ТВ" телевидениеһы хәбәрсеһе Гөлиә Исҡужина ла лайыҡ булды.

Уны еңеүе менән ҡотлап, тәьҫораттары менән уртаҡлашыуын һораныҡ.
– 2020 йылда уҙғарылған "Бирешмә" премияһының "Медиадонъяны яула!" номинацияһында еңеүсе тип табылдым. Премия тапшырыу тантанаһынан һуң алған тәьҫораттар әйтеп бөткөһөҙ! Беренсенән, күптән хыялланған "Бирешмә" төркөмө менән яҡындан таныштым, аралаштым, үҙемә яңы дуҫтар таптым. Был премияны алғас, мин үҙемде тағы ла ышаныслыраҡ тоя башланым. Туҡтап ҡалмай, яңынан-яңы үрҙәргә ынтылырға тигән теләк тыуҙы. Дуҫтарымды ла "Бирешмә" үҫмерҙәр премияһына эштәрен ебәреп, үҙҙәрен һынап ҡарарға саҡырам, – ти Гөлиә.
Читайте нас: