Йолабыҙға тоғро ҡалабыҙ. Гәзитебеҙ призына саңғы ярыштары быйыл да ҙур ойошҡанлыҡ менән үтте.
– Былтыр ҙа ҡатнашҡайныҡ, был юлы ла һынатмаҫҡа ине, – тип ҡаршыланы беҙҙе Күмертауҙа Салауат районы командаһының тренеры Ринат Фазылйән улы Байгилдин. – Тик шуныһы үкенесле: бәләкәс төркөмдәгеләрҙе килтерә алманыҡ. Ярыш саңғылары етмәне.
Салауат районының 2006 – 2007 йылғылар командаһында йәш спортсыларҙың бөтәһе лә Тирмән мәктәбенән ине. Улар араһында былтырғы таныштарыбыҙҙы ла осраттыҡ, Лиә Ғатауллина менән Айҙар Хәйретдинов ярышта быйыл да ҡатнаша икән! Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әллә ни ҙур уңышҡа ирешә алманылар. Лиә ун өсөнсө булһа, ә Айҙар ун дүртенсе урын ғына яуланы. Ә башҡалармы? Ҡыуандырҙылар, мәҫәлән, 3 километр араға уҙышта Вилена Төлкөбаева бишенсе урынға сыҡһа, Алмаз Заһитов көмөш миҙал менән бүләкләнде.
Ауылдыҡылар ҡала спортсыларынан ҡалыша, тигән булабыҙ. Тирмәндәр бының менән килешмәй. Йәш саңғысылары күп ҡала вәкилдәрен уҙып китте. Афариндар!
– Әйткәйнем бит, беҙҙә көслө саңғысылар күп. Районда еңдек, төбәк ярышында Балаҡатай, Мәсетле, Дыуан, Ҡыйғы командаларын да артта ҡалдырғайныҡ. Бында ла үҙебеҙҙе күрһәтергә тырыштыҡ. Шәхси беренселектә уңыш бар, тик эстафетала алтынсы урын алыу ғына бер аҙ кәйефте төшөрҙө, – ти Ринат Фазылйән улы.
Баҡалыларҙы ярышҡа тренер-уҡытыусылар Нәфис Ғәбделхай улы Азаматов улы Руслан менән һәм Альберт Николаевич Якимов улы Роман менән килтергәйне.
– Бөтәбеҙ ҙә спорт мәктәбенәнбеҙ, – тип һөйләне Нәфис Ғәбделхай улы. – Командабыҙҙа Баҡалы һәм Яңы Маты саңғысылары тупланған. Әле Күмертауға иң-иңдәрҙе килтерҙек. Ике йәш төркөмөндә лә ярышта ҡатнашасаҡбыҙ. Еңеп ҡайтырға ине.
Һоҡландырҙы баҡалылар! Шәхси беренселектә берәүһе лә призёр булмаһа ла, команда менән көслө ине улар. 2008 – 2009 йылғылар араһында ҡатнаш эстафетала алтын миҙал алһалар, ярыштың ике көн һөҙөмтәһе буйынса ошо йәш төркөмөндә чемпион исемен яуланылар.
– Беҙҙең районда барыбер саңғы спортына иғтибар етмәй, – тип зарын да белдерҙе Нәфис Ғәбделхай улы. – Тейешле ярҙам күрһәтһәләр, уңыштарыбыҙ тағы ла ҙурыраҡ булыр ине. Ә беҙ Альберт Николаевич менән йәш спортсылар тәрбиәләүҙә, үҫтереүҙә көсөбөҙҙө йәлләмәйбеҙ.
– Мин хәҙер ветеран инде, 72 йәшем тулды. Шулай ҙа саңғынан төшкән юҡ. Үҙебеҙ ҙә ярыштарҙа ҡатнашабыҙ, – тип һүҙгә ҡушыла Альберт Николаевич та.
Бына бит нисек! Күптәргә өлгө булырлыҡ тренер икән дә үҙе!
Лиана Ғәбсаттарова, Илина Миңлеғәлина, Рената Әхмәтшина, Алина Зибаева, Элина Даянова, Егор Зырянов, Илнар Фәхретдинов, Әлмир Әйүпов, Илназ Хәйбрахманов – бына кемдәр Баҡалы командаһы өсөн сығыш яһаны. Уларға артабан да уңыштар теләп ҡалабыҙ.
Командаларҙан быйыл тағы ла Өфө, Күмертау ҡалалары, Ҡалтасы райондары вәкилдәре ҡыуандырҙы. Ярыштың ике көн һөҙөмтәләре буйынса чемпион да, призёр ҙа булып танылдылар. Шәхси беренселектә лә күберәк улар еңде.
Йәш спортсылар бәйгеһен ҡарарға килеүселәр араһында ата-әсәләрҙе лә күреп һөйөндөк.
– Балалар бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнеп, яратып үҫергә тейеш, – тине Күмертау ҡалаһынан Гөлнар Рафиҡ ҡыҙы Фәйзәлиева. – Ҡыҙыбыҙ Илнара икенсе синыфтан ошо спорт төрөн һайланы. Тренеры Рима Малик ҡыҙы Мостафина менән ярыштарҙа ҡатнашалар. Ҡала буйынса икенсе урын алды. Бөгөн нисек булыр? Көтәбеҙ, ышанабыҙ. Ҡыҙыбыҙға көйәрмән булып килдек.
Илнараның ата-әсәһе ҡыҙҙарының 3 километр араға уҙышта һигеҙенсе урын алыуынан ҡәнәғәт ине. Шулай булмай ни, республика бәйгеһендә тәүге иң яҡшы унау иҫәбенә инде бит! Уның ҙур еңеүҙәре алда әле.
Бына шулай «Йәншишмә» гәзите призына быйылғы ярыштар ҙа уҙҙы. Әйткәндәй, был бәйге 1977 йылдан бирле үткәрелә. 2020 йылдағы саңғы уҙыштары гәзитебеҙ 90 йәшен билдәләгәндә ойошторолоп, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды.
Еңеүселәргә «Йәншишмә» гәзите редакцияһының кубоктары, миҙалдары һәм Почёт грамоталары тапшырылды.
Күмертау ҡалаһында гәзитебеҙ призына уҙған республика ярыштары еңеүселәрен бүләкләүҙә ярҙам иткәне өсөн «Башбланкиздат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Ҡадир ҡыҙы ӘЛИБАЕВАға рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.
Бәйге барышынан фотоһүрәттәрҙе түбәндәге һылтанма буйынса инеп ҡарай алаһығыҙ.