+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
14 Март 2020, 12:47

Иң яҡшы авторҙарҙы ҡиммәтле бүләктәр көтә

Теш йыуғанда һыуҙы һүндереп йыуаһыңмы, магазинға экосумка менән бараһыңмы? Шулай икән, «Eco Cup – 2020» Бөтә Рәсәй кейс-чемпионатында ҡатнаша алаһың.

Бының өсөн 2-5 кешенән торған фекерҙәшеңде йыйып, түбәндә тәҡдим ителгән темаларҙың береһен тикшерергә кәрәк.
1. Көнкүреш ҡалдыҡтары менән мөғәләмә итеү;
2. Һаҡланған биләмәләрҙә туризмды үҫтереү;
3. Сәнәғәтте тотороҡло үҫтереү.
Иң яҡшы авторҙар Мәскәүгә 22-23 апрелдә үтәсәк финалға саҡырыла. Бында улар ҡиммәтле бүләктәр һәм Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығының стажировкаһына эләгер өсөн көрәшәсәк. Теркәлеү 21 мартҡа тиклем бара, тулыраҡ мәғлүмәтте кейс-чемпионаттың сайтында www.ecocup20.ru алырға мөмкин.
Читайте нас: