+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
23 Март 2020, 18:11

Йәш ғалимдар конгресы һеҙҙе көтә, дуҫтар!

Шәп бит! Өйҙә генә ултырып, йәш ғалимдар конгресында ҡатнашырға була. Тик ғаризаларҙы 1 апрелгә тиклем биреп өлгөртөргә кәрәк.

Конгресс үҙе 15-нән 18 апрелгә тиклем онлайн-конференциялар платформаһында уҙасаҡ. Ойоштороусылар ҡатнашыусыларға күрһәтмәләрҙе ебәрәсәк. Жюри күрһен һәм ишетһен өсөн вeб-камера, микрофон талап ителә.
VIII – XI синыф уҡыусылары фәнни проекттарын 9 йүнәлеш буйынса тәҡдим итә ала:
– биотехнология;
– киләсәк инженерияһы: идаралыҡ, иҫәпләү һәм хәүефһеҙлек;
– инженер фәндәре һәм энергия эффективлығы;
– телекоммуникацияларҙа программалау;
– техноэтика;
– һанлы иҡтисад үҫеше шарттарында технология инновациялары менән идара итеү;
– фотоника;
– һанлы производство;
– экология һәм тотороҡло үҫеш.
Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма vk.cc/ancrRA буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: