+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
27 Март 2020, 16:05

Иң шәп уҡытыусы ҡайҙан?

Баш ҡалабыҙҙың «Торатау» конгресс-холында «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2020» республика һәм «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020» төбәк-ара конкурстары еңеүселәрен ҡотлау тантанаһы үтте.

Бәйге һынауҙары буйынса утыҙынсы тапҡыр ойошторолған республика конкурсының абсолют еңеүсе исеменә Өфөләге 95-се мәктәптең биология һәм химия уҡытыусыһы Федан Ғафаров лайыҡ булды. Ул Бөтә Рәсәй бәйгеһендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ.

Урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән баш ҡаланың 56-сы мәктәп уҡытыусыһы Дамир Шәмсетдинов иң-иңе булып танылһа, татар теле һәм әҙәбиәтенән – Нефтекаманан Ғәлиә Ҡорбанова. Башҡортостандың йәш йыл уҡытыусыһы исемен Өфөләге 86-сы мәктәптең математика уҡытыусыһы Мария Ширшова алды.

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2020» төбәк-ара конкурсында республикабыҙҙан ғына түгел, Ырымбур, Силәбе, Һамар өлкәләренән дә педагогтар көсөн һынаны. Абсолют еңеүсе исеменә Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы мәктәбенән Нәзилә Низамова лайыҡ булды. «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһынан Римма Мирсәйетова еңеү яуланы. Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: