+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
28 Март 2020, 11:27

«Яҡтыкүл» шифаханаһына юллама отҡоң килһә...

Дуҫтар, республика таҡмаҡтар бәйгеһендә ҡатнашырға саҡырабыҙ. Конкурс Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды ярҙамында ойошторола. Уның маҡсаты – башҡорт халҡының ижадын, телен байытыу һәм үҫтереү, башҡорт телендә үҙенсәлекле, матур видеояҙмалар булдырыу.

– Ижад һөйөүселәр күбәйә, замана менән бергә ҡараштар ҙа үҙгәрә. Бәлки, һеҙҙә таҡмаҡтар йыйылып киткәндер? Улайһа, был конкурс һеҙҙең өсөн! Әйҙәгеҙ, дәррәү, күңелле итеп таҡмаҡтар әйтешеп алайыҡ! – ти ойоштороусылар.
Таҡмаҡтар әйтешендә кәмендә ике кеше ҡатнашырға тейеш. Уларҙы төрлө сығанаҡтарҙан алып та, үҙегеҙ уйлап та яҙырға мөмкин. Төшөрөү идеяһы, сюжеты ҡатнашыусы ҡарамағында. Йәш сикләүҙәре юҡ. Эштә иң мөһиме – башҡорт мәҙәниәтен сағылдырыу, күрһәтә белеү. Милли кейемдәр, башҡорт халыҡ музыка уйын ҡоралдарын ҡулланыу хуплана.
Таҡмаҡ әйтешендә көсөн һынаусылар «Иң оҫта башҡарыусы», «Үҙенсәлекле башҡарыу», «Иң йәш ҡатнашыусы», «Тамашасы һөйөүе» (иң күп «лайыҡ», ҡарау йыйыусы), «Иң үткер ҡатнашыусы» номинацияларында бүләкләнәсәк.
Видеояҙма оҙонлоғо 3 минуттан артырға тейеш түгел. Уларҙы https://vk.com/takmakbatle төркөмөнә «Яңылыҡ тәҡдим итеү» аша ебәрергә кәрәк. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошонда уҡ алырға мөмкин.
Интернет-конкурс «Бәйләнештә» селтәрендәге «Таҡмаҡ-Батл» төркөмөндә 30 июнгә тиклем барасаҡ. Беренсе урын яулаусыларға «Яҡтыкүл» шифаханаһына ике кешелек юллама вәғәҙә ителһә, икенсе урын алғандарҙы «Мосафир» компанияһынан махсус приз көтә, өсөнсө урынға сыҡҡандарға ян һәм уҡ бүләк ителәсәк.
Читайте нас: