+21 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
30 Март 2020, 14:06

Кемегеҙ Янурҙың портретын оҫта итеп төшөрөр?

«Һөйөнсө! «Тамыр» телеканалында өр-яңы проект – «Нурбостан» анимацион сериалы тиҙҙән эфирға сыға башлаясаҡ! Ә әлегә беҙгә ҡушыл! Беҙҙең төркөмдә йәнһүрәт геройҙары менән танышып, шәп уйындарҙа ҡатнашып, текә генә бүләктәр оторға була!» – тип хәбәр итә «Бәйләнештә» селтәрендәге «Нурбостан» төркөмө.

Ә һеҙ, дуҫтар, «Нурбостан» әкиәти илендәге геройҙарҙы яҡшы беләһегеҙме? Бына, мәҫәлән, Янур – ҡыйыу, яндырай малай, оса белә, әйткән һүҙендә тора, мәргән уҡсы.
Ул карантин ваҡытында шәп бәйге лә үткәрмәксе. Бының өсөн Янурҙың портретын төшөрөргә кәрәк булыр.
Төшөргән рәсемдәрегеҙҙе https://vk.com/nurbostan_tamir төркөмөндәге Янурҙың посы аҫтына һалығыҙ! Иң-иңдәрҙе бүләктәр ҙә көтә.
Читайте нас: