+33 °С
Ясно
VKOKМакс
Бәйгеләр
4 Апреля 2020, 11:16

Гран-при алғандарҙы аҡсалата приздар көтә

Дуҫтар, һеҙҙең арағыҙҙа ла йырлаған, музыка ҡоралдарында уйнаған балаларҙың, өлкәндәрҙең күп булыуын беләбеҙ. Тап шундайҙар «Музыка менән бергә – 2020» тигән халыҡ-ара интернет-конкурста көсөн һынай ала.

Йыр-моң бәйгеһенең маҡсаты – балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр, шулай сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлеге сикләнгәндәр араһында һәләтлеләрҙе асыҡлау, уларға ярҙам итеү. Унда 5 йәштән ҙурыраҡ балалар, үҫмерҙәр, өлкәндәр ҡатнашырға саҡырыла.
Конкурста ҡатнашыу өсөн poemvmeste2019@mail.ru электрон почтаһына телефонға йәки видеокамераға төшөрөлгән монтажһыҙ видеоғыҙҙы ебәрегеҙ. Тулыраҡ мәғлүмәтте конкурстың төркөмөндә https://vk.com/poemvmeste2019 танышырға була. Һәр йәш төркөмөндә Гран-при алғандар аҡсалата приздар менән бүләкләнәсәк.
Читайте нас