+11 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
5 Май 2020, 11:05
«Шәжәрә» республика һүрәттәр конкурсында ҡатнашығыҙ
«Ырыу ағасы» республика форумы сиктәрендә «Шәжәрә» республика һүрәттәр конкурсына эштәр ҡабул ителә. Бында белем усаҡтарынан, һынлы сәнғәт мәктәптәренән йәш рәссамдар ҡатнашырға саҡырыла. Әлеге бәйгене Мәҙәниәт министрлығы менән республика халыҡ ижады үҙәге ойоштора.
Ҡатнашыусыларға үҙҙәренең рәсемдәрен «Шәжәрә» республика балалар һүрәттәре конкурсы фотоальбомына
https://vk.com/album-44728784_270495576
ҡуйырға кәрәк. Эштең уң яҡтағы аҫҡы мөйөшөндә һүрәттең исеме, авторҙың тулыһынса исем-шәрифе, тулы йәше, синыфы (төркөмө), етәксеһенең тулы исем-шәрифе, белем биреү учреждениеһының тулы атамаһы булыу мотлаҡ.
Конкурс эше матур итеп биҙәлгән булырға тейеш. Жанр һәм башҡарыу техникаһына сикләүҙәр юҡ. Һүрәттәр һәм плакаттарҙы теләгән техникала башҡарырға була (гуашь, тушь, пастель, компьютер графикаһы, ҡатнаш техника...).
Һүрәттәр ике йәш төркөмөндә – 7-нән 10 йәшкә, 11-ҙән 14 йәшлектәр араһында билдәләнә. Конкурс һөҙөмтәһе буйынса һәр категорияла өс лауреат һәм махсус приздарға лайыҡ булыусылар асыҡлана. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыласаҡ. Һөҙөмтәләр менән 1 июндә республика халыҡ ижады үҙәге сайтында
https://rcntrb.com/ru
танышырға мөмкин.
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?
Фильмдар
Һеңлекәш
Өс таған
Өфөнән һөйөү менән