+16 °С
Дождь
VKOKМакс
Бәйгеләр
10 Мая 2020, 19:03

Интернет-конкурс 18 майға тиклем бара

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан «Бөйөк Еңеү йырҙары» республика интернет-конкурсын үткәрә.

Унда юғары, урта һөнәри белем алыу уҡыу йорттары студенттары менән бер рәттән 16 – 17 йәшлек мәктәп уҡыусылары ла ҡатнаша ала. Интернет-конкурс түбәндәге номинациялар буйынса ойошторола: вокал (соло, ансамблдәр), музыка ҡоралы менән башҡарыу (фортепиано, баян, гитара, скрипка, синтезар башҡалар), компьютер аранжировкаһы-минус.
Бәйгелә ҡатнашыу бушлай. Ҡатнашыу өсөн видеяҙма һәм ғаризаны patriot.konkyrs2020@mail.ru электрон почтаһына 18 майға тиклем ебәрергә кәрәк. Интернет-конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте ошо сайт буйынса https://bspu.ru/unit/20 алырға мөмкин.
Читайте нас