+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
17 Июнь 2020, 19:14

Фестивалдә ҡатнашырға теләһәң...

Башҡортостанда йәшәүселәр «Шөрөптән алып» балалар һәм йәштәрҙең фәнни-техник ижады халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға саҡырыла. Унда уҡыусылар, студенттар, 35 йәшкә тиклемге йәш белгестәр көсөн һынай ала. Әлеге фестиваль Рәсәйҙә технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Ул бер нисә мөһим сараны үҙ эсенә ала:
«МультПром – 2020» фәнни-техник анимацияһы халыҡ-ара конкурсы;
«Еңеү инженерҙары» халыҡ-ара проекты;
«Баласаҡҡа тоғролоҡ» Бөтә Рәсәй йәмәғәт премияһы.
Фестивалдең проекттары, саралары һәм конкурстары тураһында тулыраҡ otwinta.com сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: