Уҙған йылдың 15 ноябренән 19 майға тиклем үткән онлайн-бәйгелә Рәсәйҙең 47 төбәгенән һәм 9 илдән 5-тән 17 йәшкә тиклемге йәш рәссамдар ҡатнашты. Барлығы 620 рәсем ҡабул ителде. Һүрәт төшөрөүселәр эштәрендә ижади һәләттәрен генә түгел, әҙәби әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен дә төплө белеүҙәрен күрһәтте.
Конкурстың төп маҡсаты китаптарға ҡыҙыҡһыныу уятыу, атап әйткәндә, Татьяна Риктың үҫтереүсе йыйынтыҡтарына, балаларҙы һынлы ижади киңлеккә йәлеп итеү ине. Ә кем һуң ул Татьяна Рик? Ул – балалар яҙыусыһы һәм рәссам, китаптары төрлө нәшриәттәрҙә донъя күрә. Мәҫәлән, «Вако» нәшриәте уның «Ҡыҙыҡлы дәреслек» серияһын сығарған. «Һаумы, Исем!», «Хәйерле иртә, Сифат!», «Һаумы, Ҡылым ағай!», «Нисек йәшәйһең, Рәүеш?», «Сәләм, Сифат ҡылым!», «Хәлдәр нисек, Хәл ҡылым?», «Ҡурҡыныстарҙа һәм ҡыҙыҡтарҙа телдән иҫәп», «ӘлифбаРик» йыйынтыҡтарын балалар бик ярата. Һүҙ төркөмдәре хаҡындағы китаптарҙа геройҙар менән бергәләп Телмәр әкиәт иле буйлап сәйәхәт итәһең. Шат персонаждар менән уйынға инеп китеп, ғәҙәти булмаған мажараларҙа ҡатнашып, урыҫ теленең грамматикаһын да өйрәнәһең. Бына ошондай ғәҙәти булмаған дәреслектәр телгә һөйөү уятырға, хатаһыҙ яҙырға ярҙам итә лә инде.
Татьяна Рик әҫәрҙәре буйынса уҙғарылған балалар һүрәттәре конкурсында беҙҙең республикабыҙҙан ҡатнашыусы балаларҙың да исемдәрен белеп китәйек әле. Улар – Өфөнән Настя Пахомова, Рома Еремеев, Стәрлетамаҡтан Самир Ғәйнуллин, Бәләбәйҙән Аня Добрейкина, Шахноза Тлегенова, Регина Шакирова, Илья Николаев, Яңауылдан Айнур Яппаровтар. Ойоштороусылар бөтә ҡатнашыусыларға рәхмәттәрен белдерә һәм яңы еңеүҙәр, уҡыуҙарында уңыштар теләп ҡала.