-33 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
16 Июль 2020, 12:18

Кем "Ирәндек моңдары"нда ҡатнашырға теләй?

Башҡорт йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" халыҡ-ара конкурсының да тәүге туры быйыл онлайн режимда үтә икән.

Унда 7 - 16 йәштәге балалар, 16 - 65 йәштәге үҙешмәкәр йырсылар, 17 - 45 йәшлек профессиональ йырсылар ҡатнаша ала.
Балалар араһында конкурс бер турҙа, 10 августа ғына, онлайн режимда уҙасаҡ. Ә өлкәндәр араһында тәүге тур 10 - 11 августа онлайн үтһә, икенсе этапҡа сығыусылар 21 августа Сибай ҡалаһында ярышасаҡ. Гала-концерт 22 авгусҡа планлаштырылған.
"Ирәндек моңдары"нда ҡатнашыу өсөн ғаризалар https://im.sibaytv.ru сайтында 5 авгусҡа тиклем ҡабул ителә.
Һорауҙар менән - Республика халыҡ ижады үҙәгенә 8 347 289 65 50 телефоны буйынса, Сибай ҡала хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегенә 8 (34775) 2-30-90, 2-28-97 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Читайте нас в