+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
4 Август 2020, 18:02

Үҙешмәкәр ҡурайсылар, йырсылар өсөн онлайн-конкурс башланды

1 августан республикабыҙҙа Сөләймән Абдуллин, Мәғфирә Ғәлиева һәм Нәжметдин Хәсәнов призына башҡорт йырҙарын башҡарыусылар һәм ҡурайсыларҙың асыҡ онлайн-конкурсы старт алды.

Бәйгелә үҙешмәкәр ҡурайсылар һәм ике йәш төркөмөндә йырсылар (12-нән 17 йәшкә тиклем; 18 йәш һәм унан өлкәндәр) ҡатнаша ала. Ир-егеттәр – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сөләймән Абдуллин, ҡатын-ҡыҙҙар – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Мәғфирә Ғәлиева, ҡурайсылар – айырым башҡарыусылар һәм ансамблдәр Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәжметдин Хәсәнов призына көстәрен һынаясаҡ.
Тәүге этап 1 августан 18 авгусҡа тиклем дистанцион рәүештә үтә. Ҡатнашыусыларға видео яҙҙырып, [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк, шулай уҡ материалды социаль селтәрҙәргә ҡуйып, #конкурсзианчура #АбдуллинГалееваХасанов #культурныйЮГРБ #рцнт #мкрб #фрцнткумертау хэштегтары менән билдәләү ҙә, башҡарған әҫәр исемен, ҡатнашыусы йәки коллективтың, етәкселәренең исем-шәрифтәрен, ҡайҙан икәндәрен (ҡала, ауыл) күрһәтеү ҙә мотлаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәтте ошо һылтанма https://rcntrb.com/ru/ буйынса алырға мөмкин.
Читайте нас: