+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
11 Август 2020, 14:20

"Ирәндек моңдары" еңеүсеһенә автомобиль бүләк ителәсәк

Быйыл боронғо башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың "Ирәндек моңдары" халыҡ-ара конкурсы онлайн форматта үтә.

Унда Башҡортостандан, Мәскәү, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән, Ханты-Мансы автономиялы округынан 200-ләп йырсы ҡатнаша. "Башинформ" хәбәр итеүенсә, сығыштарҙы Сибай телевидениеһының YouTube каналында, "Бәйләнештә" селтәрендәге төркөмөндә, тура эфирҙа "Сәләм" республика телеканалында, Cибай телевидениеһы аша ҡарарға мөмкин.
10, 11 августа беренсе тур уҙа, икенсеһе 18-енә планлаштырыла. Ә Гала-концерт 19 августа Сибайҙа үтәсәк. Еңеүсегә - автомобиль!
Читайте нас: