+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
21 Август 2020, 14:12

Балалар араһында Мира Харрасова Гран-при яуланы

Сибай ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың «Ирәндек моңдары» төбәк-ара конкурсы тамамланды. Был бәйгелә быйыл 183 кеше ҡатнашты. Ә Гала-концертҡа 23 һөнәри оҫталығы булған, 53 үҙешмәкәр йырсы һәм 11 бала сыҡты.

Өлкәндәр араһында Гран-при һәм төп приз – автомобиль Ейәнсура районынан Әлфиә Мырҙабаеваға тапшырылды, ә 16 йәшкә тиклемге балалар араһында Сибайҙан Мира Харрасова иң-иңе булып танылды. Беренсе урынды Өфөнән Алмас Сирусин, Баймаҡтан Фәттәх Аралбаев, балалар араһында Хәйбулланан Гөлдәр Аллабирҙина алды. Сибайҙан Ғаяз Ғәйетбаев, Өфөнән Юнир Һағынбаев, балалар араһында Баймаҡтан Розалиә Аҫылғужина икенсе урын яуланы. Өсөнсө урында – Мәскәү өлкәһенән Арсен Кәримов, Ғафури районынан Рәмил Ҡотосов, балалар араһында – Сибайҙан Айзель Әҙелбаева. Барыһын да ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас: