Гран-при иһә Илеш районы Тимерхан Нәжмиев исемендәге Ябалаҡ мәктәбенең VIII синыфын тамамлаған Диана Әғәлиеваға тапшырылды.
– Быйыл конкурс дистанцион рәүештә ойошторолдо. Беренсе турға эпосты һөйләгән видеояҙманы ебәрергә кәрәк ине, ә инде 4 августа жюри ағзалары алдында онлайн форматта сығыш яһаныҡ.
Мин был бәйгелә II cиныфтан алып ҡатнашып киләм. VII cиныфта эпосты тулыһынса ятлап бөтөрҙөм. Төрлө телдәрҙә яттан шиғырҙар һөйләргә, китаптар уҡырға, иншалар яҙырға яратам. Шулай уҡ волейбол, мандолинала, ҡумыҙҙа уйнау оҡшай, тикшереү эштәре алып барам. Яратҡан фәндәрем: Башҡортостан мәҙәниәте тарихы, йәмғиәтте өйрәнеү, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, – ти еңеүсе ҡыҙ.
Диана «Урал батыр» эпосын Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәрендә һөйләү буйынса халыҡ-ара конкурста II урын яулаған. Күп кенә республика бәйгеләрендә уңышҡа өлгәшкән. Мәҫәлән, Гагарин кубогына олимпиаданың республика этабында йәмғиәтте өйрәнеү һәм география буйынса призлы урын алған. Башҡортостан буйынса «Өкө балаһы» ғәмәли конференцияһында, «Кесе тыуған илем буйлап» йәш экскурсоводтар конкурсында еңеүсе булған.
Әйткәндәй, Ябалаҡ ауылы Башҡортостан менән Татарстандың сигендә урынлашҡан. «Беҙҙә башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа йәшәй», – ти Диана.
Был һоҡланғыс Илеш ҡыҙына яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.