+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
18 Сентябрь 2020, 18:07

"Ватанды һаҡлаусылар" олимпиадаһында ҡатнашығыҙ

Был Бөтә Рәсәй олимпиадаһы X - XI cиныф уҡыусылары өсөн үткәрелә. Эштәр ошо йылдың 15 cентябренән 31 октябргә тиклем ҡабул ителә. Еңеүселәр Мәскәү һәм Санкт-Петербург ҡалаларына сәйәхәткә саҡырыласаҡ. Финалға үтеүселәр исемле дипломдар менән бүләкләнәсәк.

Бәйгелә ҡатнашыу өсөн ХранителиРодины.рф сайтында теркәлеү үтергә кәрәк. Бирелгән өс теманың береһен һайлап, ижади эш яҙырға кәрәк, ул быға тиклем бер ҡайҙа ла баҫылмаған булырға тейеш. Тыуған ер тарихы, төбәктә йәшәгән халыҡтың йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре йәки тыуған яғығыҙҙан сыҡҡан билдәле шәхес тураһында яҙма тәҡдим итергә мөмкин.
15 ноябрҙә олимпиаданың сайтында кәмендә 20 балл йыйған финалға сығыусыларҙың исемлеге баҫыласаҡ. Эштәрҙе баһалағанда теманың көнүҙәклеге, грамоталылыҡ һәм материалды тәҡдим итеү сифаты иҫәпкә алына, тип белдерә ойоштороусылар. Икенсе этапта 30 ноябргә тиклем лауреаттар һәм еңеүселәр һайлап алынасаҡ. ХранителиРодины.рф проекты етәксеһе Оксана Долгова белдереүенсә, күпселек өлкән синыф уҡыусылары өсөн федераль проект сайтында үҙҙәренең ижади эштәрен урынлаштырыу тәүге тәжрибә буласаҡ һәм юғары уҡыу йортона ингәндә бының файҙаһы тейәсәк. Ә Рәсәй төбәктәре тураһында күпме мәғлүмәт тупланасаҡ?!
Читайте нас: