+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
16 Октябрь 2020, 16:46

Күпте белеп ҡайттым

Түбәнге Новгород ҡалаһында «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй балалар конкурсының ярымфиналы уҙҙы.

Унда төрлө төбәктәрҙән уҡыусылар йыйылды. «Изгелек эшлә», «Ижад ит» һәм «Мөһимде һөйлә» тигән йүнәлештәрҙә эштәр башҡарып, миллиондан ашыу бәйгесе араһынан 6 мең кешегә был конкурста ҡатнашыу бәхете тейҙе. Шулар исемлегендә үҙемдең дә булыуым – ҡыуаныслы күренеш.

Минең трекерымдың исеме «Мөһимде һөйлә» тип аталды. Был йүнәлештә киләсәктә журналист, режиссёр, оператор булырға теләгәндәр һынау үтте. Беренсе көн асыу тантанаһы булһа, икенсе көнөнә – soft-skills, йәғни төрлө күнекмәләргә өйрәттеләр, коммуникатив серҙәрҙе төшөндөр­ҙөләр. Өсөнсө көнөнә иң ҡыҙыу эш – кейс сисеү булды. Беҙҙе 10-ышар кешенән тор­ған командаларға бүлеп, проект темаларын әйттеләр. Минеке «Социаль эшҡыуарлыҡ» тип атала ине. Шулай уҡ үҙ аллы эштәр ҙә баш­ҡарырға тура килде. Конкурстың ябыу тантанаһынан һуң беҙ, Башҡорт­остандан килгән ҡат­на­шыу­сылар, Түбәнге Новгород ҡалаһының Кремленә экскурсияға барҙыҡ.

Был сара конкурс ҡына булып ҡалманы, ул журналистика өлкәһендә оҫталы­ғымды арттырырға ярҙам итте, төрлө төбәктәрҙә йәшәгән тиҫтерҙәрем менән танышыу мөмкинлеге бир­ҙе. Ярымфиналға сығыу минең өсөн ҙур ҡаҙаныш булды. Һәр яҡлап ҡанаттар ҡуйған ярат­ҡан белем усағыма – Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш­ҡорт интернат-гимназияһына, уҡытыусыларға оло рәхмәтлемен!

Өфө ҡалаһы,
Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.


Читайте нас: