Уны дистанцион рәүештә 15 майҙан 15 июнгә тиклем Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, мәғариф һәм фән министрлығы, Өфө ҡала хакимиәтенең мәғариф идаралығы ойошторғайны.
Шуныһы ҡыуаныслы: әлеге бәйге онлайн рәүештә үткән «Алтын көҙ» Рәсәй агро сәнәғәт күргәҙмәһендә икенсе дәрәжә дипломға лайыҡ булды.
Конкурс Бөтә донъя бал ҡорто көнө һәм «Апимондия» халыҡ-ара умартасылар ассоциацияһының 47-се конгресына әҙерлек уңайынан уҙғарылды. Маҡсаты – башҡорт бал ҡортон һаҡлау проблемаһына иғтибарҙы йәлеп итеү.
Дистанцион бәйгелә ҡатнашыусылар «Һүрәт», «Шиғыр», «Әкиәт, хикәйә», «Яһаған әйберҙәр», «Шиғри видеоконкурс» номинациялары буйынса көстәрен һынаны. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, барлығы 1 мең 200-ҙән ашыу ижади эш ҡабул ителгән. Балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре иң әүҙеме булған, 1 – 6 йәшлектәр 612 эш ебәргән, 7-нән 10 йәшкә тиклемгеләр – 398, 11-ҙән 14 йәшкә тиклемдәр – 191.
Еңеүселәр өс йәш төркөмөндә билдәләнде. Улар кемдәр, тиһегеҙме? Кескәйҙәр төркөмөндә «Һүрәт» номинацияһы буйынса Октябрьскийҙағы 36-сы «Васильки» балалар баҡсаһынан Мәликә Хәкимова, «Яһаған әйберҙәр» буйынса Белореттағы 25-се «Тирмәкәй» балалар баҡсаһынан Мәликә Мәғәфүрова I урындар яуланы.
7 – 10 йәшлектәр араһында «Һүрәт» номинацияһында Туймазы районы Серафимовкалағы 3-сө мәктәптән Эмилия Мөхтәрова, Стәрлетамаҡтағы 5-се гимназиянан Станислав Чекуров еңеүсе булып ҡыуанды. Яһаған әйберҙәр буйынса Ишембайҙағы 17-се белем усағынан мәктәпкәсә төркөмдән Айдинә Ғөбәйҙуллина, Көйөргәҙе районы Арыҫлан-Әмәкәс мәктәбенән Гөлиә Әмәкәсованың эштәре иң шәбе тип табылды.
11 – 14 йәшлектәр араһында Туймазылағы 4-се мәктәптән Вика Кукушкинаның рәсеме I урынға лайыҡ булды. Яһаған әйберҙәр буйынса Йәрмәкәй районы Тарҡаҙы мәктәбенән Камилла Мөғәсимоваға етеүсе юҡ ине.
Башҡорт телендә шиғыр, әкиәт, хикәйә яҙыу оҫталары, шиғри видеоконкурс еңеүселәре исемдәре лә аталды. Иң бәләкәйҙәр төркөмөндә әкиәт, хикәйә ижад итеү буйынса Өфөләге 237-се балалар баҡсаһынан Булат Дәминев, шиғыр яҙыу буйынса Белореттағы 44-се балалар баҡсаһынан Рафаэль Йәләлетдинов еңеүсе тип табылды. 7 – 10 йәшлектәр араһында Октябрьскийҙағы 12-се мәктәптән Әминә Исламова – ҡарһүҙе, Хәйбулла районы Аҡъярҙағы 3-сө «Шатлыҡ» балалар баҡсаһынан Гөлмирә Бикбова шиғыры менән I урынға лайыҡ булды. 11 – 14 йәшлектәр араһында «Әкиәт» номинацияһында Ғафури районы Красноусолдағы Нияз Мәжитов исемендәге башҡорт интернат-гимназияһының VI синыф уҡыусылары тәрбиәселәре Саимә Игелекова етәкселегендә башҡарған коллектив эш иң йөкмәткелеһе тип билдәләнде, шиғыр ижад итеү буйынса Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһынан Рамаҙан Иҡбаев еңеү яуланы. Шиғри видеоконкурста Борайҙағы 1-се балалар баҡсаһынан 3 йәшлек Иләриә Яхина оҫта һөйләүсе булып танылды.
Урыҫ телендә ижад итеүселәр араһында ла еңеүселәр билдәләнде. Бәләкәстәр араһында әкиәт яҙыу буйынса Өфөнөң 237-се балалар баҡсаһынан Ярослав Тарасов, шиғыр буйынса Стәрлетамаҡтағы 76-сы балалар баҡсаһынан Яна Калугина иң-иңдәр булып һөйөндө. 7 – 10 йәшлектәр араһында Октябрьскийҙағы 9-сы мәктәптән Саша Платонова – әкиәте, Өфөнөң 96-сы лицейынан Тамара Давоян – яҙған шиғыры, 11 – 14 йәшлектәр араһында Стәрлетамаҡтағы 20-се мәктәптән Диана Яуһарова ижад иткән ҡарһүҙе менән еңеп сыҡты.
Конкурсҡа ике презентация ебәрелгәйне. Улар – Учалылағы 9-сы балалар баҡсаһынан 6 йәшлек Алһыу Аллағужина һәм Көйөргәҙе районы Рәшит Солтангәрәев исемендәге Яңы Таймаҫ мәктәбенән 7 йәшлек Асман Рахманғолов. Был балаларҙың эштәре бер ниндәй номинацияға ҡарамаһа ла, теманы үҙенсәлекле асҡандары өсөн дипломдар менән бүләкләнәсәк. Барлыҡ еңеүселәрҙе лә ҡотлап, һеҙҙең иғтибарға I урын алғандарҙың ижади эштәрен тәҡдим итәбеҙ.