+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
28 Октябрь 2020, 22:33

Театрҙар фестивале лә онлайн үтә

II республика балалар һәм йәштәр театрҙары фестивале 2 - 4 ноябрҙә үтергә тейеш ине. Әммә пандемия арҡаһында ул да онлайн режимда уҙа.

Быйыл сарала 22 балалар һәм 17 студенттар театры ҡатнаша. Улар ижади эштәренең видеоларын тәҡдим иткән дә инде. Баһалама комиссияһы рәйесе - Татьяна Хәйбуллина, шулай уҡ жюри составында - республикабыҙҙың сәнғәт оҫталары - Әхтәм Әбушахманов, Фәрдүнә Ҡасимова, Таңсулпан Бабичева, Олег Ханов, Мөсәлим Күлбаев, Хөрмәтулла Үтәшев, Зиннур Сөләймәнов, Әлмира Ҡыуатовалар бар. Фестиваль йомғаҡтары тураһында мәғлүмәт Республика халыҡ ижады үҙәгенең рәсми сайтына ҡуйыласаҡ.
2019 йылда үткән тәүге фестивалдә Салауат ҡалаһынан "Арлекин" өлгөлө балалар театр студияһы Мостай Кәримдең "Өс таған" спектакле менән Гран-при яулағайны.
Фотола:"Арлекин" театр студияһының "Өс таған" спектакленән күренеш.
Читайте нас: