+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
28 Октябрь 2020, 18:31

"Йәшлек-шоу" дауам итә

Үткән быуаттың 90-cы йылдары башында Өфөлә үткәрелә башлаған "Йәшлек-шоу" конкурсы быйыл киңерәк ҡолас алып, һәләтле йәш йырсыларҙы асыҡлауын дауам итмәксе.

Хәҙер ул Бөтә Рәсәй йәштәр фестивале тип атала. Әле Башҡортостан төбәктәрендә һәм Рәсәйҙең милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән өлкә, республика, ҡалаларында һайлап алыу турҙары үтә. Конкурста 16 - 30 йәшлек башҡарыусылар ике йыр тәҡдим итергә тейеш. Еңеүселәргә 10, 7, 5 меңлек сертификаттар тапшырыла һәм Гала-концертта ҡатнашыу хоҡуғы бирелә.
Фестивалде йомғаҡлау концерты 20 ноябргә планлаштырылған. Еңеүсе 300 меңлек сертификатҡа лайыҡ буласаҡ. II урынға - 200, III урынға 100 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырыласаҡ. "Йәшлек-шоу" конкурсына быйыл Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан иғтибар һәм ярҙам ҙур.
Сараның продюсеры - Башҡортсотан Республикаһының атҡаҙанған артисы Рөстәм Ғиззәтуллин. Еңеүсенең йыры менән артабан «Elvin Grey» лейблы шөғөлләнәсәк. Проект яңылыҡтары менән уның сайтында танышырға мөмкин: yashlek-show.ru
Фотола: Сибай ҡалаһында үткән тур еңеүселәре.
Читайте нас: