+20 °С
Болотло
Telegram
VK
OK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Октябрь 2020, 17:54
Балалар патриотик ижады милли премияһына ғаризалар ҡабул ителә
Рәсәйҙә Балалар патриотик ижады буйынса милли премия 2017 йылда булдырылған. Йыл һайын 1 июндә Мәскәүҙә тиҫтәнән ашыу номинация буйынса еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы була. Был сара илдең төрлө төбәктәренән 10 меңләгән һәләтле баланы берләштерә. Ҡатнашыу бөтә этаптарҙа ла бушлай. Сайтҡа инеп, 1 ноябрҙән 31 мартҡа тиклем заявка бирергә кәрәк. Мәктәпкәсә йәштәге кескәйҙәр ҙә, уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала.
Вокал, хореография, театр сәнғәте, спорт, журналистика... Быйыл хатта педагогтар өсөн дә конкурс бар. Милли премияның маҡсаты - һәләтлеләрҙе асыҡлау, улар, әлбиттә, үҙҙәренең ижады аша тыуған ергә, илгә һөйөүҙәрен сағылдыра.
Дуҫтар, ятып ҡалғансы атып ҡал, тиҙәр бит, мәртәбәле сарала ҡатнашығыҙ. Бының өсөн
патриотпремия.рф
сайтына инеп, уның шарттары менән ентекләп танышып, шунда заявка бирегеҙ. Ғөмүмән, премия тураһында сайтта бөтә мәғлүмәт бирелгән. Уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас в
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Ә һин, дуҫым, гәзиткә яҙылдыңмы?
"Йәншишмә" — беҙҙә ҡунаҡта
"Йәншишмә" - яҡын дуҫым!
Повестар
Шатморат ҡыҙыҡ-мыҙыҡтары
Аждаһа эҙенән
Онотмам, иптәш майор!
Тестар
Балыҡтарҙы беләһегеҙме?
Бәшмәктәрҙе таныйһығыҙмы?
Рәссамдарҙы беләһегеҙме?
Конкурстар
«Ҡоштарға ашхана»
"Оҡшаһа был өйөң, түгелһен моң-көйөң"
«Шалт» итәбеҙ, «ялт» итәбеҙ»
Әкиәттәр
Ни өсөн эт менән бесәй бер-береһен күрә алмай?
Айһылыу
Байлыҡ мәңгелекме?
Хикәйәләр
Блогер
Сәтләүекле кәнфиттәр
Күл кемдеке?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Үҙем генә ғәйеплемен
Икеһе лә ҡәҙерле шул
Нимә ул мөхәббәт?