Бәйгеләр
5 Ноябрь 2020, 16:21

"Тамға" - милли кейем тегеүселәр конкурсы

Башҡортостанда "Тамға" Халыҡ-ара конкурсы иғлан ителә. Ул башҡорт милли кейемен тегеүсе оҫталар араһында ойошторола. Сара өс этапта уҙасаҡ.

Тәүгеһендә 30 ноябргә тиклем ҡатнашыусыларҙан tamga.ufa@gmail.com адресына заявкалар ҡабул ителә, Башҡорт милли кейеме-2020 тип яҙып ебәрергә кәрәк. Белешмәләр өсөн телефон - 8(347)272-36-50. Икенсе тур - иң яҡшыларын һайлап алыу һәм эштәрҙе яҡлау - 1 декабрҙән 5-нә тиклем була. 14 декабрҙә еңеүселәр бүләкләнәсәк.
Ошо һылтанма аша үтеп конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт белергә мөмкин.
Читайте нас