+4 °С
Болотло
VK
OK
Telegram
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
12 Ноябрь 2020, 16:27
Конкурста кескәйҙәр ҙә ҡатнаша ала
"Немец теленең дуҫтары" Бөтә Рәсәй конкурсы быйыл һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә. Унда өлкәндәр генә түгел, мәктәпкәсә йәштәге балалар, уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала.
Был проект халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға, шулай уҡ немец телен популярлаштырыуға, немец мәҙәниәте менән танышыуға йүнәлтелгән. 2009 йылдан алып конкурста төрлө илдәрҙән 17 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.
VIII "Немец теленең дуҫтары" бәйгеһенә эштәр 2021 йылдың 31 ғинуарына тиклем туғыҙ номинация буйынса ҡабул ителәсәк. Мәҫәлән, „Was wir lesen und wie…” тигәнендә MP4 форматында 3 минутлыҡ видео төшөрөп ебәрергә кәрәк икән. Унда 3 йәштән ҙурыраҡ балалар ҡатнаша ала, шиғыр, әкиәттәрҙе, әлбиттә, немец телендә генә һөйләргә кәрәк. Ҡалған номинациялар, конкурстың шарттары тураһында сайттарына(
konkurs.rusdeutsch.ru
.) инеп, үҙегеҙ уҡып сығығыҙ. Ҡатнашыусыларға - сертификаттар, еңеүселәргә бүләктәр вәғәҙә итәләр.
Читайте нас:
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...