+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
17 Ноябрь 2020, 15:43

"Бикбай уҡыуҙары"

Төрлө конкурстарҙа, конференцияларҙа ҡатнашып, еңеп, диплом, Почёт грамоталары алып, портфолиоңа һалып ҡуйырға мөмкинлектәр күп. Әле бына "Бикбай уҡыуҙары" төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһына саҡыралар.

Ул 10 декабрҙә Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһында онлайн форматта үтәсәк. Сарала Бөтә Рәсәйҙән уҡыусылар ғына түгел, студенттар һәм уҡытыусылар ҙа ҡатнаша ала. Эштәр 3 декабргә тиклем ҡабул ителә. "Рауил Бикбаевтың тормошо, ижады, эшмәкәрлеге тураһында эссе" һәм "Рауил Бикбаевтың әҫәрҙәре буйынса буктрейлер" номинациялары буйынса башҡорт һәм урыҫ телдәрендәге ижади эштәр ҡабул ителә.
Сараны Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институты, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берекмәһе, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге БДПУ һәм Рауил Бикбаев исемендәге 102-се башҡорт гимназияһы ойоштора.
Фото: bash.rbsmi.ru
Читайте нас: