Конкурста 18 - 35 йәшлек йырсылар ҡатнаша ала. Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә йәшәүселәргә лә үҙҙәрен һынап ҡарарға мөмкин. Бының өсөн башҡорт, урыҫ йәки инглиз телендә йыр яҙҙырып, видеоһын
[email protected] почтаһына ебәрергә кәрәк. Баһалама комиссияһы 31 декабргә тиклем 50 башҡарыусыны һайлап аласаҡ. Уларҙы Өфөгә саҡырып, 16 программа төшөрәсәктәр. Улар төбәк һәм федераль каналдарҙа трансляцияланасаҡ. Проектта сит илдән дә йырсылар, композиторҙар ҡатнашасаҡ. Ә суперфиналсыға 1 миллион һум аҡса тапшырыласаҡ!