"Башҡорт милли костюмы - реконструкция", "Заманса автор костюмы", "Балалар костюмы", "Башҡорт милли ювелир биҙәүестәре" һәм "Башҡорт традицион костюмы аксессуарҙары" тигән биш номинация буйынса III, II урынға лайыҡ булыусылар билдәләнде. Уларға 30 меңлек һәм 50 меңлек аҡсалата сертификаттар тапшырылды.
Ә иртәгә, Башҡорт теле көнөндә, Гран-при һәм I урынға лайыҡ булыусыларҙы тәбрикләйәсәктәр. Гран-при хужаһы 300 мең һумлыҡ аҡсалата сертификатҡа эйә буласаҡ, беренсе урын яулаусыларға иһә 1 мең һумлыҡ сертификат биреләсәк.
Башҡорт милли кейемен һаҡлауға үҙ өлөштәрен индергәндәре өсөн конкурста ҡатнашыусы һәр оҫта маҡтауға лайыҡ.
Фото: Бәйләнештә селтәренән.