+7 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
16 Декабря 2020, 10:55

"Һеңлекәш" фильмы- тағы иң яҡшыһы!

Режиссёр Александр Галибин Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" повесы буйынса төшөргән "Һеңлекәш" фильмы тағы бер фестивалдә еңгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Италияла үткән «Витторио Венето» исемле X Халыҡ-ара балалар кинофестивалендә иң яҡшыһы тип табылған. Конкурста Ҡытай, Һиндостан, Рәсәй, Чехия, Германия һәм Италиянан 12 картина ҡатнашҡан.
Белеүегеҙсә, "Һеңлекәш" хәрби драмаһында төп ролдәрҙе Арыҫлан Ҡырымсурин менән Марта Тимофеева башҡара.
Читайте нас