+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
16 Декабрь 2020, 10:42

"Йәшлек-шоу-2020" фестиваленең финалын ҡарайыҡ

"Йәшлек-шоу" йәштәр фестивале быйыл 28-cе тапҡыр ойошторолдо. Тәүге тапҡыр Бөтә Рәсәй кимәлендә үтте ул.

Сентябрь-ноябрь айҙарында Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән 9 төбәгендә һайлап алыу турҙары уҙҙы. Бөтәһе 300-ҙән ашыу йәш йырсы ҡатнашырға ғариза биргән.
Финалға 12 башҡарыусы үткән. Бына улар:
1. RAHIMOV (Ришат Рәхимов), Ҡырмыҫҡалы районы.
2. Заһитова Алтынай, Мәскәү ҡалаһы.
3. folk group «ZAKARIA», Ҡазан ҡалаһы.
4. Хәсәншина Ләйсән, Туймазы районы.
5. ALEKS (Александр Васин), Мәсетле районы.
6. Хәлимова Мәрйәм, Силәбе өлкәһе.
7. Сәмиғулла Лоҡманов, Учалы районы.
8. Отузова Наҙгөл, Салауат районы.
9. Жумагалиева Алиса, Салауат ҡалаһы.
10. Абдуллин Илдар, Ырымбур ҡалаһы.
11. Садиҡова Дания, Һамар өлкәһе.
12. LIYA LI (Лия Мөхәмәтова), Мәскәү ҡалаһы.
Баһалама комиссияһында - I каналдың "Йондоҙҙар фабрикаһы" продюсеры Лина Арифуллина, ZuoGuan 2019 халыҡ-ара Ҡытай шоуында икенсе урын яулаған Ольга Филиппова, "Йәшлек-шоу-2020. Перезагрузка" проектының продюсеры Рөстәм Ғиззәтуллин һәм Башҡортостан Республикаһы Башлығы кәңәшсеһе, популяр йырсы Элвин Грей (Радик Юлъяҡшин).
Бүләктәр ҙә шәп: I урынға - 300 мең, II урынға - 200 мең, III урынға - 100 мең һум. Был премияларға кемдәр лайыҡ булыр? Дуҫтар, финалды һеҙ ҙә ҡарағыҙ, ул 19 декабрҙә Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа буласаҡ. Киске 18 сәғәт 30 минутта башлана.
Читайте нас: