+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
22 Декабрь 2020, 12:39

"Башҡортостанды һүрәткә төшөрәм" конкурсына йомғаҡ яһалған

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы Башҡорт теле көнөнә арнап ойошторған "Башҡортостанды һүрәткә төшөрәм" конкурсына йомғаҡ яһалған.

Балалар "Минең яратҡан әкиәтем", "Башҡортостан - тыуған йортом","Башҡортостандың символикаһы", "Яратҡан геройым", "Халҡымдың милли кейеме", "Башҡортостан - кисә, бөгөн, иртәгә" тигән темалар буйынса эштәрен ебәргәйне. Рәсемдәр социаль селтәрҙәрҙә #ярисуюБашкортостан, #Башҡортостандыhүрәткәтөшөрәм, #Деньбашкирскогоязыка, #Башҡорттелекөнө хэштегтары менән урынлаштырылды.
Бәйгенең лауреаттары Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары менән бүләкләнә. Һүрәтен ебәргән һәр кемгә ҡатнашыусы серитификаты тапшырыла. Уларҙы ошо һылтанма буйынса https://bash-mir.ru/certificates/ya-risuyu сығарып алырға мөмкин, тип хәбәр итәләр министрлыҡтың сайтында. Конкурс һөҙөмтәләрен дә, йәғни лауреаттар исемлеген, үҙегеҙ ошонда ошонда ҡарай алаһығыҙ.
Фотола: Стәрлетамаҡтағы 32-се мәктәптең IV синыф уҡыусыһы Карина Аралбаеваның эше.
Читайте нас: