+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
25 Декабрь 2020, 00:33

"Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" конкурсы бара

Башҡортостанда 2020 - 2021 йылдарҙа "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" тигән конкурс үтә.

Ул "Етегән" башҡорт байрамы сиктәрендә ойошторола. Саҡмағош, Мәләүез, Илеш, Күгәрсен, Ҡыйғы, Кушнаренко райондары хакимиәттәренә конкурсты үткәреүҙә ярҙам күрһәтергә тәҡдим ителгән. Саҡмағош, Мәләүез, Илеш һәм Күгәрсен райондарында онлайн-форматта конкурстың төбәк этабы бара. Жюри ғаиләләрҙең ижади презентацияһын ҡарап, финалға сығыусыларҙы билдәләй. Бәйгенең төбәк этабы уҙғандан һуң, киләһе турға үткән 21 ғаилә иғлан ителәсәк.
Республика конкурсы еңеүселәренең һәм призёрҙарының исемдәре алдағы йылдың 1 мартында үтәсәк "Етегән" байрамында билдәле буласаҡ.
Читайте нас: