+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Декабрь 2020, 13:37

Аҡмулла олимпиадаһында ҡатнашырға теләһәгеҙ...

Аҡмулла олимпиадаһында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул ителә. Был бәйге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен асыу һәм үҫтереү, фәнни эшмәкәрлеккә ҡыҙыҡһыныу уятыу, фәнни белемде пропагандалау, һәләтлеләрҙе асыҡлау йәһәтенән үткәрелә.

Олимпиадала еңеүселәргә һәм призёрҙарға юғары уҡыу йортона ингәндә өҫтәмә балл бирелә. Бында ҡатнашыу өсөн http://distolimp.bspu.ru рәсми сайтында теркәлеү үтергә һәм шәхси кабинетҡа инеү өсөн логин һәм пароль алырға кәрәк буласаҡ.
V – XI синыфтар өсөн Аҡмулла олимпиадаһын үткәреү көндәре:
Беренсе этап – 15.11.2020 – 25.01.2021
Икенсе этап – 26.01.2021 – 01.03.2021
Өсөнсө этап – 02.03.2021 – 01.04.2021
Студенттар һәм уҡытыусылар өсөн Аҡмулла олимпиадаһын үткәреү көндәре:
Һайлап алыу туры – 18.01.2021 - 15.03.2021
йомғаҡлау этабы – 16.03.21 – 25.04.21
Олимпиадала ҡатнашыу бушлай. Һөҙөмтәләр буйынса сертификаттар һәм дипломдар биреләсәк. Бәйләнеш өсөн телефон: 8(347) 246-75-33, е-mail: [email protected].
Читайте нас: