+21 °С
Дождь
VKOKМакс
Бәйгеләр
24 Февраля 2021, 09:46

Шиғри бәйгелә ҡатнашығыҙ!

Башҡортостандың халыҡ шағиры Тамара Ғәниеваға 70 йәш тулыуға ҡарата республика шиғыр һөйләүселәр конкурсы ойошторола. Бөтә донъя шиғриәт көнөндә йомғаҡ яһаласаҡ.Был бәйгелә нисек ҡатнашырғамы?

Конкурс 2 төркөм өсөн, йәғни VIII-IX, X-XI cиныф уҡыусылары һәм колледж студенттары араһында айырым уҙасаҡ. Номинациялар: Тамара Ғәниеваның шиғырын яттан һөйләү; башҡорт шағирҙарының шиғырҙарын яттан һөйләү; башҡорт шағирҙарының инглизсәгә тәржемә ителгән шиғырҙарын яттан һөйләү. Шулай итеп, башҡорт йәки инглиз телендәге биш минуттан артмаған видеояҙмағыҙҙы 25 мартҡа тиклем ойоштороу комитетына f.a.akkuzhina@strbsu.ru адресына ебәрергә кәрәк буласаҡ. Белешмә өсөн телефон: 8 964 95 78 929.
Конкурсты Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы ойоштора.
Фото: интернеттан.
Читайте нас