+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
27 Февраль 2021, 21:06

Иң мәргәне кем?

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа өлкәндәр араһында ла, балалар араһында ла уҡтан атыу менән ҡыҙыҡһыныусылар күбәйә. «Мәргән уҡсы» ярыштары ойошторола.

Көйөргәҙе районының Яҡут ауылында ла ошондай бәйге үткәргәндәр. Бында былтырҙан Рәүф Әбйәлилов етәкселегендә уҡтан атыу буйынса түңәрәк эшләй. 16 бала һәм 6 өлкән кеше шөғөлләнә. Янды талдан үҙҙәре эшләй икән.
Уҡ атыу буйынса ярышта 20 уҡсы ҡатнашҡан. Кемдәр иң мәргәндәреме? Балалар һәм үҫмерҙәр араһында - Вилдан һәм Радмир Ҡәҙерғоловтар, ә өлкәндәр араһында Дамир Ҡәҙерғолов еңеүсе булған.
Сарала Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов та ҡатнашҡан. «Әлбиттә, әлегә уҡтар талдан яһалған, әммә уҡтан атыу киләсәктә етди спорт төрөнә әүерелер, тип уйлайым. Артабанғы үҫеш өсөн ҡорамалдар аласаҡбыҙ. Уҡтан атыу – ул беҙҙеке, башҡорттоҡо, һунарсылар һәм ысын ир-егеттәр шөғөлө», – тип белдергән Юлай Талха улы.
Фото: "Бәйләнештә" cелтәренән.
Читайте нас: