+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
5 Март 2021, 13:02

Иң-иңдәр ҡайһы яҡтан?

«Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» конкурсына йомғаҡ яһалды. Был бәйгегә старт 2016 йылда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Стәрлетамаҡ бүлексәһе тарафынан бирелгәйне.

Улар Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә тәүгеләрҙән булып «Етегән» байрамын ойоштора башланы. 2019 йылдан конкурс Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан хуплау табып, республика кимәленә күтәрелде. Инде хәҙер «Өлгөлө башҡорт ғаиләһе» республика конкурсын уҙғарыу матур йолаға әйләнде, быйыл ул асыҡ форматта ойошторолдо.


Балаларын илһөйәр, тел­һөйәр итеп тәрбиәләгән, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индергән, милли кәсептәр менән шөғөлләнгән, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған өлгөлө ғаиләләр өс номинацияла тәбрикләнде. «Ғаилә оҫталығы»нда Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫ­лан­ғол ауылынан Суриндар беренсе урынға лайыҡ булһа, икенселә – Салауат районы Урмансы ауылынан Сә­йет­ғәлиндәр, өсөнсөлә – Саҡмағош районынан Ильясовтар.

«Ғаилә ҡиммәттәре» номинацияһында тәүге урын Өфө районы Шамонин ауылынан Мәхмүтовтарға бирелде, икенсе урында – Сибай ҡалаһынан Йәнбәковтар, өсөнсөлә – Миәкә районынан Ғәниевтәр ғаиләһе.

«Ғаилә ижады» но­минацияһында берен­се урынды Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Ишмө­хә­мәтовтар алды, икенселә – Өфө ҡалаһынан Шәһәрғазиндар, өсөнсө урын – Учалы районының Уральск ҡаса­ба­һында йәшәүсе Үҙәнбаевтарҙа. Беренсе урынды яулаусыларға – 100 мең һумлыҡ, икенсе урын бирелеүсегә – 50 мең һумлыҡ, өсөнсө урынды алыусыларға 30 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.

Ырымбур өлкәһенән үҙҙәренең өс һәм тәрбиәгә алынған 17 баланы ҡараусы Рәйсә Әхмәҙулла ҡыҙы һәм Ғәли Ғәфиәт улы Сарбаевтарҙың күркәм ғаиләһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының махсус призы – заманса телевизор менән бүләкләнде. Ә ғаилә башлығына «Ал да нур сәс хал­ҡыңа» миҙалы тапшырылды.

Г. ИБРАЕВА.
Читайте нас: