Кемдәр һуң "Бирешмә" премияһына лайыҡ булыусылар? Был әлегә беҙҙең өсөн сер булып ҡала. Бүләкләү тантанаһы 21 мартта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында 19 сәғәттә тура эфирҙа буласаҡ, шунда күрербеҙ.
Белеүегеҙсә, "Бирешмә" балалар премияһы ошо исемле сериал геройҙары Гәлсәр Байғусҡарова, Хәйҙәр Вәлиев, Гөлгөнә Баһауетдинова, Данир Ғимаҙиевтар тәҡдиме менән булдырылғайны. Бүләкләнеүселәр - тормош ауырлыҡтарына бирешмәй алға барып, ҙур уңыштарға өлгәшеүсе үҫмерҙәр.
"Быйыл 405 ғариза алдыҡ! Тимәк, шунса мөһим, изге эштәр башҡарылған, шул тиклем үҫмерҙәр үҙ юлдарын тапҡан һәм маҡсаттарына табан барыуҙарын дауам итә. Ә иң мөһиме - шул тиклем балалар үҙҙәренең эштәрен анализлап, баһалап, ҡыйыуһыҙлыҡтарын еңеп, үҙҙәрен наградаға тәҡдим итә ала, " - ти "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина.