Республика олимпиадаһын үткәреүгә ярашлы, ойоштороу комитеты түбәндәге номинациялар буйынса эштәр ҡабул итә:
«Башҡорт тарихы йылы» (буклет йәки мультимедиа презентацияһы форматында проект эше);
«Башҡортостандың тарихи-мәҙәни һәйкәлдәре. Каруанһарай» (Каруанһарай тарихи-архитектура комплексына һәм Башҡортостандың тарихи-мәҙәни һәйкәлдәренә арналған видеояҙма);
«Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу» (шәжәрәне, ғаилә тарихын, нәҫел-нәсәпте өйрәнеүгә арналған фәнни-тикшеренеү эше);
«Алтынсы Бөтә донъя фольклориадаһы» (Донъя, Рәсәй һәм Башҡортостан халыҡтарының мәҙәни мираҫынан видеоинсценировка).
Олимпиадала ҡатнашыу өсөн ғаризаны һәм олимпиада эштәрен 23 мартҡа тиклем ikb.o@mail.ru электрон почтаһы буйынса ебәрергә кәрәк.