+20 °С
Дождь
VKOKTelegram
Бәйгеләр
17 Марта 2021, 07:08

Уңыштар һеҙгә, бөрйәндәр!

Бөрйән районы Иҫке Собханғол урта мәктәбенең VII синыф уҡыусылары Рәсәйҙә үткән финанс грамоталығы буйынса онлайн-кубокта ҡатнаша. Был турала район хакимиәте башлығы Ғәзиз Манапов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте.

"15 марттан 27-һенә тиклем Рәсәйҙә финанс грамоталығы буйынса I онлайн кубогы үтә. Ярыштарҙа ҡатнашыуға илебеҙҙең 67 төбәгенән 1068 ғариза ҡабул ителгән. Тик һайлап алыу турына 36 команда үтте. Ярышта Башҡортостандан бер генә команда - Иҫке Собханғол урта мәктәбенең VII синыф уҡыусылары ҡатнаша. Етәкселәре - Ғәбитова Гөлназ Кәрим ҡыҙы. Уҡыусыларыбыҙға 25 март көнө Кузбасс, Томск һәм Санкт-Петербург ҡалалары командалары менән көс һынашырға тура киләсәк. Егеттәр һәм ҡыҙҙар был юлы ла һынатмаҫтар, тип ышанам. Көс-дәрт һәм уңыштар теләйем!" - тип яҙа район етәксеһе.
Беҙ ҙә Бөрйән уҡыусыларына ил кимәлендәге бәйгелә һынатмауҙарын, еңеү яулауҙарын теләйбеҙ.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.
Читайте нас