+12 °С
Облачно
VK
OK
Telegram
Бәйгеләр
19 Марта 2021, 07:19
"Өләсәйем әкиәттәре" конкурсы иғлан ителде
Быйыл йәй Башҡортостанда VI Бөтә донъя фольклориадаһы уҙасаҡ. Әле ошо ҙур сараға әҙерлек барышында "Өләсәйем әкиәттәре" республика онлайн-конкурсы иғлан ителгән.
Бында халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын һаҡлау һәм үҫтереү, һәләтле әкиәтселәрҙе асыҡлау, әкиәт жанрын популярлаштырыу маҡсаты ҡуйылған. Халыҡ әкиәттәрен һөйләүселәр бәйгеһенән тыш, фольклор әҫәрҙәренең текстарын тикшереү ҙә ойоштороласаҡ икән.
15-20 минутлыҡ видеояҙмалар ҡабул ителә. Коллектив эштәр ҙә хуплана, ул саҡта инде әкиәтте ролдәргә бүлеп һөйләйәсәкһегеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: бәйгелә мәктәпкәсә йәштәге балаларҙын алып өлкән йәштәге кешеләргә тиклем - һәр кем ҡатнаша ала. Еңеүселәр кескәйҙәр, уҡыусылар, студенттар, өлкән йәштәгеләр араһында айырым билдәләнәсәк. Конкурс тураһында тулыраҡ белер өсөн уның
положениеһын
уҡығыҙ. Видеояҙмаларҙы
konkursskazok2021@mail.ru
адресына 15 апрелгә тиклем ебәрергә кәрәк.
Был матур сараны «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк башҡарма комитеты һәм Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ойоштора.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"
Повестар
Ҡайын һуты
Бала тараҡандың мыйыҡ уйнатҡаны...
Ҡунаҡ малай
Конкурстар
«Ҡышҡы әкиәт»
«Ҡоштарға ашхана»
«Беҙ — Бала саҡ иленән»
Гәзитебеҙ - дуҫыбыҙ
Алтынсылар “Йәншишмә”гә яҙылды
Нисек ҡыуанғанымды күрһәгеҙ!
Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын
Хикәйәләр
Һунарсы терпе
“Смотрильщик”
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Фильмдар
"Тыуған көн"
Елғыуар
Салауат Юлаев
Әкиәттәр
Ҡуян менән Төлкө
Тыңлауһыҙ төлкө балаһы
Суҡлыҡайҙың ҡурсаҡтары
Тестар
Кемдең дуҫы кем?
Географияны яҡшы беләһеңме?
Йыһанды беләһегеҙме?
Күңелдәрҙең иләҫ-миләҫ сағы
Трамвайҙағы танышыу
Һиңә тиң түгел, тигәндәр...
Бергә була алманыҡ...