Олимпиада түбәндәге йүнәлештәр буйынса уҙасаҡ:
– инженер-конструктор (математика, физика);
– информацион-технология (математика, информатика);
– химия-технология (химия, математика);
– янғын һүндереү-техник (математика, физика);
– һанлы технология һәм робот техникаһы (математика, информатика).
Өфө һөнәр һайлау алды олимпиадаһы ике этапта үткәрелә. Тәүгеһендә – дистанцион этапта дөйөм белем биреү фәндәре буйынса эштәр үтәргә тәҡдим ителһә, икенсеһе – йомғаҡлау этабы ӨДНТУ нигеҙендә уҙасаҡ. Ситтән тороп ҡатнашыу этабы www.OLIMP.RUSOIL.NET сайтында ойоштороласаҡ. Олимпиаданы үткәреү графигы:
Еңеүселәр һәм призёрҙар Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығы һәм ӨДНТУ дипломдары менән бүләкләнәсәк. Еңеүселәр һәм призёрҙарҙың олимпиада һөҙөмтәләре уҡырға ингәндә иҫәпкә алынасаҡ.