Башҡарыу оҫталығы өс йәш үлсәме буйынса ҡараласаҡ.12 йәшкә тиклемгеләр, 12-нән 16 йәшкә тиклемгеләр бер турҙа ғына көс һынашып, оҙон һәм ҡыҫҡа көй уйнап күрһәтәсәк. Ә 16-нан өлкән йәштәге ҡурайсылар ике турҙа ярышасаҡ. Был йәш үлсәмендә үҙешмәкәр солистар һайлау буйынса 4 әҫәр тәҡдим итәсәк. Ә ҡурай синыфы буйынса һөнәри белеме булғандарға билет буйынса оҙон көйҙө уйнау оҫталығын күрһәтергә кәрәк буласаҡ. Ҡурайсылар ансамблдәре бер турҙа, ике йәш үлсәмендә көстәрен һынаясаҡ.
Әйткәндәй, Ғата Сөләймәнов исемендәге республика Ҡурай байрамы 2000 йылдан үткәрелә. Уны Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы, республика халыҡ ижады үҙәге, Октябрьский ҡалаһының ҡала округы хакимиәте ойоштора.