Ҡайҙан ваҡыт табалар ҙа нисек барыһына өлгөрәләрҙер?! Бына шундай өлгөлө уҡытыусыларыбыҙҙың береһе – Миләүшә Радик ҡыҙы Ғәйфуллина. Ул Малай мәктәбендә уҡыта. Үҙе сығышы менән Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан икән.
Әле бына яңыраҡ белем усағында «Урал батыр вариҫтары» тигән бик матур конкурс ойошторған. Бәйгенең маҡсаты – шәхестәр өлгөһөндә ир балаларҙа илһөйәрлек, үҙ ереңә хужа булыу тойғоһо тәрбиәләү.
– Конкурсҡа бик ентекле әҙерләндек. II – VII синыф малайҙары һәр береһе төрлө батырҙарыбыҙ исемен алып, бәйгелә шул образды асырға тырышты. Иң тәүҙә ғаиләләрендә һайлаған батыр тураһында ентекле өйрәнделәр. Яу кейеме, уҡ-һаҙаҡ, һөңгө, ҡалҡан, ҡылыс әҙерләнеләр. Бөтәһе 8 малай бәйгегә сыҡты: Батырша, Ҡараһаҡал, Ҡаһым түрә, Салауат, Алдар батыр, ә башланғыс синыф малайҙары әкиәт батырҙары – Аҡъял батыр, Алпамыша, Әминбәк булды. Уҡыусыларымдың атай-әсәйҙәре лә ихлас ҡатнашты. Ярҙам да итте.
Салауат батыр – Иршат Юламанов, Ҡаһым түрә – Ильяс Ғәйфуллин, Алдар Иҫәкәев – Рушан Зәйнуллин, Ҡараһаҡал – Илнар Хәмитов, Батырша – Илсур Мәһәҙиев, Алпамыша – Айнур Мәһәҙиев, Аҡъял батыр – Илмир Ҡоҙаҡаев һәм Әминбәк ролен Тимур Юламанов башҡарҙы.
Конкурс таныштырыу-визитка менән башланып китте. Бәйгеселәргә дефиле-кейемдәрен күрһәтергә, шәжәрәләрен һөйләргә кәрәк ине. Шулай уҡ малайҙар атайҙары менән бергәләп «Урал батыр» эпосы буйынса викторина һорауҙарына яуап эҙләне. Бик йөкмәткеле һәм күңелле булды. Тағы ла музыкаль бүләк ярышы ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Кемдер – «Любизар»ҙы, кемдер «Салауат»ты йырлап, ә кемдер «Перовский» бейеүен башҡарып, сараға тағы ла йәм өҫтәне.
«Атанан күргән – уҡ юнған» тигән сығыштарында аталары өйрәткән һөнәрҙәрен күрһәтте конкурсанттар. Һай, ныҡ оҫталар икән үҙҙәре! Улар матур тағараҡ, сыйырсыҡ оялары эшләгән. Моң яратыусылар оҫта итеп гитарала уйнап күрһәтте. Сара ҡул көрәше менән тамамланды. Шулай итеп, I урынды – Ильяс Ғәйфуллин менән Тимур Юламанов, II урынды Иршат Юламанов, Илнар Хәмитов һәм Илмир Ҡоҙаҡаев алһа, III урынды Рушан Зәйнуллин, Айнур һәм Илсур Мәһәҙиевтәр бүлеште.
Конкурс барыһына ла бик оҡшаны. Балалар өйҙәренә шатланышып таралышты, – тип ҡыуанып һөйләне Миләүшә Радик ҡыҙы.
Белем усағында мәктәптең ғорурлығы булған «Хазина» фольклор төркөмө лә бар. Ә уның етәксеһе кем, тиһегеҙме? Миләүшә Ғәйфуллина. Уларҙың сығыштарын бөтәһе лә яратып ҡарай, алҡыштарға күмә.
Миләүшә Радик ҡыҙы – «Йәншишмә» гәзитенең дә дуҫы, уға яҙылыуҙы ла гел үҙе ойоштора. Бының өсөн уҡытыусыға рәхмәт әйтәбеҙ.
Мәктәптәрендә рухлы, илһөйәр, телен яратҡан уҡыусылар күберәк булыуын теләй ул. Һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.