+20 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
30 Марта 2021, 11:37

«Браво» театр-студияһы призёр булды

Бәләбәйҙән «Браво» театр-студияһы «Театраль Волга буйы» округ фестивалендә III урын яуланы. Еңеүселәр исеме видеоконференция режимында иғлан ителде.

Волга буйы федераль округына ҡараған һәр төбәктәге йәштәр һәм балалар коллективтарынан ике эш тәҡдим ителде. Башҡортостандан «Браво» йәштәр театр-студияһы «Алинур» спектаклен тәҡдим итһә, Салауаттан «Арлекин» балалар театр студияһы «Огурцы и другие пирожные» спектаклен күрһәткән.
Фестивалдең ойоштороу комитетына 14 төбәктән барлығы 400-ҙән ашыу эш ҡабул ителгән. Спектаклдәр видеоға яҙҙырылған. Төбәкте лайыҡлы күрһәтер өсөн республика кимәлендә 16 йәштәр һәм 25 балалар театр коллективтары көстәрен һынаны.
Читайте нас