+29 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
31 Марта 2021, 05:19

Эшҡыуарлыҡ олимпиадаһында көсөңдө һынап ҡара

Уҡыусылар араһында эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм финанс грамоталығын булдырыу йәһәтенән «Йәш эшҡыуар һәм финанс грамоталығы» Бөтә Рәсәй онлайн-олимпиадаһы үтәсәк. Унда I – IX синыф уҡыусылары көстәрен һынай ала.

Был олимпиада Бөтә Рәсәйҙән 8 миллиондан ашыу уҡыусы шөғөлләнгән Учи.ру белем биреү онлайн-платформаһы тарафынан «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү» милли проекты, Рәсәй Федерацияһының Иҡтисади үҫеше министрлығы, Рәсәйҙең Үҙәк банкы һәм финанс грамоталығын үҫтереү ассоциацияһы ярҙамында ойошторола. Бәйге стандарт булмаған фекерләүҙе үҫтереү, финанс грамоталығы нигеҙҙәрен өйрәнеү, уҡыусыларҙың лидерлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ сифаттарын үҫтереүгә йүнәлтелгән. Бындағы эштәрҙе үтәп, һәр бала үҙенә ошо йүнәлештә оҫталыҡ туплай аласаҡ.
Олимпиадала ҡатнашыу мәктәп программаһын төплө белеүҙе талап итмәй, шуға бөтә теләүселәр ҙә ҡатнашыу мөмкинленә эйә. Һынау туры 13 – 26 апрелдә үтәсәк, төп тур – 27 апрель–17 майҙа.
Әгәр ҙә уҡыусыларҙың һәм уҡытыусыларҙың Учи.ру платформаһына инеү өсөн логин һәм паролдәре бар икән, ҡатнашыу өсөн Uchi.ru йәки олимпиада сайтына biz.uchi.ru инеп, эштәрҙе үтәй башларға була.
Әгәр ҙә уҡытыусы Учи.ру платформаһында теркәлмәгән икән, ҡатнашыу өсөн теркәлеү үтергә һәм синыф уҡыусыларын өҫтәп, уларға шәхси логин һәм паролдәрен таратып бирергә кәрәк.
Олимпиадала ҡатнашыусы уҡыусылар һәм уларҙың уҡытыусылары грамоталар һәм сертификаттар менән бүләкләнәсәк. Уларҙы шәхси кабинетыңдан үҙеңә күсереп алырға була. Тулыраҡ мәғлүмәтте uchi.ru сайтында алырға мөмкин.
Читайте нас