+19 °С
Болотло
VKOKTelegram
Бәйгеләр
8 Апрель 2021, 15:36

"Айыҡ ауыл - 2020" конкурсы еңеүселәре бүләкләнде

Бөгөн Өфөлә "Айыҡ ауыл -2020" республика конкурсы еңеүселәре бүләкләнде. I урынға лайыҡ булыусыларға - 5 миллион һумлыҡ, II һәм III урын яулаусыларға 3 миллион һәм 2 миллион һумлыҡ сертификаттар тапшырылды. Шуныһы ла мөһим: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, еңеүсе ауылдар был аҡсалата бүләкте 2021 йылда уҡ аласаҡ.

Быйыл бүләкләү фонды 10 тапҡырға арттырылды. 2019 йылда был конкурста 400 ауыл ҡатнашһа, 2020 йылда уларҙың һаны 2 меңдән ашты. Шулар араһында халыҡ иҫәбе буйынса дүрт категорияға бүленгән ауылдар араһында финалға 12 ауыл сыҡты. Уларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне.
Шулай итеп, I урында:
бәләкәй ауылдар категорияһында - Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы;
-урта ауылдар категорияһында - Стәрлетамаҡ районы Күсәрбай ауылы;
-ҙур ауылдар категорияһында - Күгәрсен районы Исем ауылы;
- эре ауылдар категорияһында - Учалы районы Илсе ауылы.
II урында:
-бәләкәй ауылдар категорияһында - Көйөргәҙе районы Яҡут ауылы;
-урта ауылдар категорияһында - Ҡыйғы районы Иҫке Мөхәмәт ауылы;
-ҙур ауылдар категорияһында - Бөрө районы Баҡтыбай ауылы;
-эре ауылдар категорияһында - Өфө районы Шамонин ауылы.
III өсөнсө урында:
- бәләкәй ауылдар категорияһында - Благовар районы Үрге Ҡарғалы ауылы;
- урта ауылдар категорияһында - Бөрйән районы Брәтәк ауылы;
- ҙур ауылдар категорияһында - Әбйәлил районы Таштимер ауылы;
- эре ауылдар категорияһында - Тәтешле районы Шулған ауылы.
Шулай уҡ унлаған ауыл махсус приздар менән бүләкләнде. Конкурсты ойоштороуҙа әүҙем ҡатнашыусыларға Башҡортостан Хөкүмәтенең грамоталары, рәхмәт хаттары тапшырылды.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы.
Читайте нас