+12 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
14 Апреля 2021, 06:18

Башҡортостан командаһы ла призёрҙар рәтендә

Экологик грамоталылыҡ аҙналығы барышында экология буйынса мәктәп уҡыусыларының Бөтә Рәсәй олимпиадаһы призёрҙары исемдәре билдәле булды. Был бәйге Ставрополдә 7 – 10 апрелдә үткәйне.

Республика балалар экология-биология үҙәге директоры Екатерина Кошелева һүҙҙәренсә, Мәләүез районы, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаһы уҡыусылары республикабыҙҙы лайыҡлы күрһәтеп, призёрҙар рәтенә ингән.
Олимпиада ике турҙан – теория һәм практиканан торған. Уҡыусылар экология һорауҙарына яуап биргән, проекттарын күрһәткән, шулай уҡ орнитология, ботаника һәм гидробиология буйынса үткәргән тикшереү һөҙөмтәһен тәҡдим иткән.
– Йыл һайын беҙҙең уҡыусылар республика, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара, халыҡ-ара олимпиада һәм конференцияларында ҡатнаша. Улар етди һынауҙар үтеп, ауыр мәсьәләләрҙе сисеп, тәрән белемле булыуҙары яҡшы һөҙөмтәләргә ирешергә мөмкинлек бирә. Ошондай еңеүҙәрҙән ҙур изге эштәр, тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә үҙгәрештәр башлана ла инде, – тип билдәләне республикабыҙҙың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Ринат Фәтҡуллин.
Фото: https://ecology.bashkortostan.ru/ сайтынан.
Читайте нас