Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһы халыҡтары милли кейеме көнө эмблемаһын уйлап табыуға ижади конкурс иғлан ителде. Бәйге 10 сентябргә тиклем барасаҡ. Ә эштәр һәм ғаризалар 31 июлгә тиклем ҡабул ителә. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: конкурста уҡыусылар ҙа ҡатнаша ала. Һүрәт төшөрөүгә оҫталығы булған 16 йәштән өлкәнерәк кешеләрҙән ижади эштәр, йәғни эмблемалар ҡабул ителәсәк. 1 – 31 августа конкурс эштәрен баһалама комиссияһы тикшерәсәк. Еңеүсенең исеме 10 сентябрҙә билдәле буласаҡ.