+19 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
10 Мая 2021, 03:45

«Аврора-ӨДНТУ» олимпиадаһы үтәсәк

Тәүге «Аврора-ӨДНТУ» олимпиадаһы старт ала. Ул математика һәм йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән ике этапта уҙасаҡ. Әлеге бәйгелә Әлшәй, Ауырғазы, Бәләбәй, Бишбүләк, Ғафури, Йәрмәкәй, Ишембай, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Стәрлебаш райондары һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһы белем биреү учреждениеларынан VIII – X синыф уҡыусылары ҡатнаша ала.

Олимпиадала ҡатнашыу өсөн 15 майҙан да ҡалмай obrazovanie_02@mail.ru электрон почтаһына ғариза бирергә кәрәк. Бәйге ике этапта үтәсәк: тәүгеһе 17 майҙа дистанцион технологияларҙы ҡулланып ойошторола, икенсеһе – йомғаҡлау этабы 22 майҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2-се йорт адресы буйынса Өфө дәүләт нефть техник университетының филиалында уҙғарыла.
Еңеүселәр һәм призёрҙар дипломдар һәм приздар менән бүләкләнәсәк, ҡатнашыусыларға сертификаттар бирелә.
Фото: https://vk.com/avrora_rb төркөмөнән.
Читайте нас